18:58
Миңлеғәли Шайморатов - Рәсәй Геройы
Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал.
Ат уйнатып, алда бара
Шайморатов генерал!

Бөйөк Ватан һуғышының иң ауыр осоронда, 1941 йылдың 13 ноябрендә ил етәкселеге милли республикаларҙа 20 кавалерия дивизияһын төҙөргә тигән ҡарарға килә. Ҡарар нигеҙендә Төркмәнстанда – 2, Үзбәкстанда – 4, Таджикстанда – 1, Ҡаҙағстанда – 3, Ҡырғыҙстанда – 3, Ҡалмығстанда – 2, Башҡортостанда – шулай уҡ 2 (112-се, 113-сө дивизиялар), Чечен-Ингуш һәм Ҡабарҙы-Балҡар автономиялы республикаларында берешәр кавалерия дивизияларын ойоштороу планлаштырыла.
Әммә дивизиялар төҙөү эше еңелдән булмай. Күп кенә милли республикаларҙа хәрби традициялар, ойоштороу тәжрибәһе юғары булмау арҡаһынды 1942 йылдың яҙына ойошоп етмәгән 15 дивизия таратыла. Фронтҡа тик 110-сы Ҡалмыҡ, 112-се Башҡорт, 115-се Ҡабарҙы-Балҡар кавалерия дивизиялары һәм 225-се Чечен-Ингуш кавалерия полкы ғына оҙатыла.
1942 йылдың йәйендә ҡанлы яуҙар барышында 115-се Ҡабарҙы-Балҡар дивизияһы тулыһынса тиерлек юҡҡа сыға. 19 октябрҙә Ҡыҙыл Армия командалығы дивизияны таратырға мәжбүр була. Уның ҡалдыҡтарынан артиллерия һәм разведка дивизиондары төҙөп, уларҙы 4-се кавалерия корпусына ҡушалар. 1942 йылдың көҙөндә 225-се Чечен-Ингуш кавалерия полкы ла таратыла.
110-сы Ҡалмыҡ кавалерия дивизияһы ла шулай уҡ 1942 йылдағы ҡанлы һуғыштарҙа 90 % яуғирын юғалта һәм 1943 йылдың 27 ғинуарында таратыла.
Шулай итеп, 1942 йылда фронтҡа киткән милли ғәскәрҙән бер 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ғына тороп ҡала. Дошман менән һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн Юғары командылыҡ тарафынан Башҡорт кавалерия дивизияһы “Гвардия” юғары исеменә лайыҡ була. 1943 йылдың февраленән ул 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы исемен ала, йәғни совет ғәскәрҙәренең элитаһына инә.
112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы Дон далаларынан алып Берлинғаса данлы һуғыш юлын үтә. Башҡорт дивизияһы – Берлинғаса барып еткән берҙән-бер милли дивизия булып тора. Бынан тыш, 112-се Башҡорт кавалерияһының тағы бер үҙенсәлеге шунда: ул совет кавалерия ғәскәрҙәре араһында 78 Советтар Союзы Геройы, 1 Рәсәй Федерацияһы Геройы булған берҙән-бер дивизия.

Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулғанда Башҡортостан халҡы өсөн иң ҡыуаныслы яңылыҡ - данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалкрия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәли Минһажетдин улы Шайморатовҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исемен биреү булғандыр.
Үҙенең исемен халҡыбыҙ күңеленә алтын хәрефтәр менән яҙып ҡуйған легендар генералыбыҙҙың тиңһеҙ батырлығы рәсми рәүештә танылыу алды! Миңлеғәли Минһажетдин улы Шайморатовҡа, илебеҙҙе фашист ҡоллоғонан азат иткән миллионлаған совет һалдатына, Еңеү яҙын яҡынайтҡан миллионлаған тыл эшселәренә – мәңгелек дан!
“Салауат Юлаевтың варистары артҡа сигенмәй!” – тип ҡабатларға яратҡан генерал Шайморатов үҙенең яугирҙарын яуға күтәргәндә. Тормош һынауҙары алдында беҙ ҙә бер ҡасан да баш эймәйбеҙ! Бер сафҡа теҙелгән Салауат Юлаевтың, Миңлеғәли Шайморатовтың варистары бит әле беҙ!


Автор: Абдурашидова З.Р.
Категория: Наши новости | Просмотров: 507 | Добавил: ЗА | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar