10:06
"Недаром помнит вся Россия про день Бородина..."
8 сентября отмечается День воинской славы России - День Бородинского сражения русской армии под командованием М.И. Кутузова с французской армией (1812 год). Он учрежден Федеральным законом № 32-ФЗ от 13 марта 1995 года «О днях воинской славы и памятных датах России»
8 сентябрь Рәсәйҙең хәрби дан көнө. М.И.Кутузов етәкселегендәге рус армияһының француз армияһына ҡаршы Бородино яуы көнө (1812)
Бөгөн Бородино яланында еңеүгә - 210 йыл. Ҡан ҡойошло була ул алыш, рус армияһы яғында генерал Михаил Кутузов етәкселегендә 155 меңләп һуғышсы, 640 орудие була. Дошмандарҙа - 134 меңләп һалдат, 587 орудие. Наполеон армияһы яу аҙағына 58 меңләп, Ватанды һаҡлаусылар 46 меңләп яуғирын юғалта. Наполеондың рус армияһын тамам ҡыйратып, еңеүгә өлгәшеү планы өҙөлә.
Наполеон баҫҡынсыларына ҡаршы көрәштә Башҡортостан улдары ғәййәр ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Ватан һуғышында ҡатнашҡан шағир Денис Давыдов улар тураһында шулай яҙа: “Йәйә һәм уҡтар менән ҡоралланып, ҡолаҡсын бүрек, халатҡа оҡшаш кафтандар кейеп, тәпәшәк аттарға атланып, улар Наполеонға ҡурҡыу һалырға, Рәсәйгә буйһонған бөтә халыҡтар баш күтәргән тигән фекер тыуҙырырға ебәрелгәйне...”.
Рус ғәскәре менән бергә башҡорт һыбайлылары оло яу юлы утеп, 1814 йылда Парижға уҡ барып етә, аттарын Сена йылғаһында һуғара. Данлы поход, ҡаты һуғыш тураһында йырҙар сығарыла, хәтирәләр яҙыла. «Урал», «Әрме», «Эскадрон», «Француз йыры», «Ҡаһым түрә», «Любизар», «Байыҡ» кеүек башҡорт халыҡ йырҙарында тарихи ваҡиғалар шандауы ишетелә кеүек.
https://vk.com/ysmb2016?z=photo-117998186_457240908%2Falbum-117998186_00%2Frev


Автор: Абдурашидова З.Р.
Фото автора.
Категория: Наши новости | Просмотров: 195 | Добавил: ЗА | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar