11:29
Журналу "Агидель" - 100 лет
“Ағиҙел” әҙәби-нәфес публицистик нәшер ителә башлауға 100 йыл
“Ағизел”-башҡорт телендә ай һайын нәшер ителгән әҙәби-нәфес һәм публицистик журнал. Беренсе һаны 1923 йылдың 24 мартында “Яңы юл” исеме менән сыға, аҙаҡтан “Октябрь” (1930), “Әҙәби Башҡортостан” (1949) тип үҙгәртелә. 1961 йылдан “Ағиҙел” исеме менән донъя күрә. Журналда төрлө быуын башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының ижади емештәре менән бер рәттән илебеҙҙең күп төбәктәре, шулай уҡ ҡайһы бер сит илдәр әҙиптәренең тәржемә ителғән әҫәрҙәре баҫыла.
Башҡортостан тарихының бөтә осорҙарында журнал башҡорт әҙәбиәте, башҡорт теле, милли мәҙәниәт үҫешендә мөһим роль уйнай. “Ағиҙел” журналы башҡорт халҡының әхлаҡи һәм рухи үҫеше проблемаларына, уның миллиүҙаңын нығытыуға ҙур иғтибар бүлә, уҡыусыға онотолған исемдәрҙе ҡайтара. Журнал биттәрендә башҡорт шиғриәте һәм прозаһы, драматургияһы һәм публицистикаһының яңы әҫәрҙәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, ғалимдарҙың социаль-сәйәси, иҡтисади, тарихи, этнография һ.б. темаларға яҙылған мәҡәләләре баҫыла.
Рубрикалары: “Шиғриәт”, “Сәсмә әҫәрҙәр”, “Әҙәби тәнҡит”, “Публицистика”, “Сәнғәт”, “Әҙәби мираҫ” һ.б. 80-се йылдар аҙағында - 90-сы йылдар башында “Оран” тарихи-этнографик, ижтимағи-сәйәси ҡушымтаһы, “Бәпембә” (хәҙер “Акбуҙат”), “Шонҡар” журнал эсендәге журналдар нәшер ителә.

Библиотекари провели обзор журнала “Агидель”, ознакомили с рубриками. Приглашенные зачитали стихи любимых авторов, поделились своими впечатлениями от прочитанных материалов в данном издании. Мероприятие прошло совместно с клубом.


Автор: З.Абдурашидова.
Фото автора.
Категория: Наши новости | Просмотров: 164 | Добавил: ЗА | Рейтинг: 5.0/1
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar