14:26
«Оҫтабикәләр» клубында осрашыу
26 апрелдә ҡул эштәренә оҫта хужабикәләр, ағинәйҙәр Мораҡ үҙәк китапханала «Оҫтабикәләр» клубында осрашып балаҫ һуғыу буйынса мастер-класста катнаштылар.
З.Байманова балаҫ һуғыу ҡоролманы әҙерләү тураһында һөйләне. Т.Ишемтаева балаҫ һуғыусыларға еңел генә итеп биҙәк һалыуҙы күрһәтте. Ә Р.Ямилова бүтән төрө кул эштәре - ҡорама ҡороу буйынса яңы технология менән таныштырҙы. Был матур осрашыу аҙаҡтан сәй табыны артында йәнле һөйләшеү менән тамамланды.


Автор: А. Хужахметова.
Фото автора.
Категория: Наши новости | Просмотров: 125 | Добавил: ЗА | Рейтинг: 4.5/4
Всего комментариев: 0
tag to the of your page -->
avatar